Өфөлә ҡышты оҙатыу байрамы уҙҙы

Башҡорт дәүләт медицина университеты менән медицина колледжы студенттары юғары уҡыу йорто алдына йыйылды. Күңел асырға килеүселәр самауыр сәйе һәм байрамдың төп символы - ҡоймаҡ менән һыйланды.

Өфөнөң Ленин майҙанында масленица «Бөтә ғаилә менән» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда «Изге ҡоймаҡ» акцияһы уҙғарылды. Акциянан килгән аҡса махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ебәреләсәк. Байрамға килеүселәр оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, интерактив уйындарҙа ҡатнашты. Ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары өсөн концерт ҡуйылды.