Рәсәй Президентын һайлауҙың икенсе көнө уҙҙы

Республика халҡының бер миллион ярымы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Был тауыш биреүселәрҙең 51 проценттан ашыуы. Был «Рәсәй президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә алынған һуңғы мәғлүмәт. Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары белдереүенсә, ҡалалар араһында айырыуса Ағиҙел һәм Күмертау халҡы сәйәси әүҙемлек күрһәтә. Матбуғат үҙәге эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажында.

Гөлдәриә быйыл тәүге тапҡыр гражданлыҡ хоҡуҡтары менән файҙаланған. Үҙемде бөгөн өлкәнерәк, ҙур дәүләт тормошонда ҡатнашыуымды тойҙом, ти ул. Мөһим эш үтәлгәс экскурсияға иҫәп тоторға ла ярай. Бөгөн йәштәр йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге хәбәрселәр эше менән тынышты.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары буласаҡ идарасылар. Һайлау барышы менән яҡындан танышыу дәүләт хеҙмәтенә тағы ла бер ныҡлы аҙым.

Бығаса гражданлыҡ бурысына өлкән быуын вәкилдәре етдиерәк ҡараһа, был һайлауҙа тап йәштәр сәйәси әүҙемлек күрһәтә, тине күҙәтеүселәр ҙә. Был һис шикһеҙ илдең тышҡы сәйәси хәленә бәйле. Йәғни, Рәсәй халҡы ауыр осорҙа берләшә һәм хәүеф янағанда үҙ позицияһын аныҡ күрһәтә белә.

Һайлауҙың өс көн барыуы ла тауыш биреүселәр һанын күпкә арттыра. Теләгән көндә тауыш биреү хоҡуғын граждандар дәүләт яғынан ихтирам тип ҡабул итә һәм һөҙөмтәлә яуап та ыңғай. Сәйәси кампанияның икенсе көнөнөң көндөҙгә сәғәттәренә халыҡтың 51 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәп тә өлгөрҙө.

Тауыш биреү барышын йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләүсе хәбәрселәр даими күҙәтеп бара. Улар үҙҙәре лә участка һайлау комиссияларынан, күҙәтеүселәрҙән оператив мәғлүмәт ала. Журналистар көнөнә генә меңәрләп мәҡәлә, радио һәм телевидение тапшырыуҙары сығара. Был иһә сәйәси кампанияның асыҡ һәм хоҡуҡи майҙанда үтеүен тәьмин итә.

Айнур Кәбиров