Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләндәргәндәргә тауыш биреү өсөн шарттар булдырылған

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо турала белдерҙе. Бөгөн республикала 225 меңдән ашыу инвалид бар. - Йөрөй алмағандарҙың өйҙәренә һайлау комиссиялары вәкилдәре үҙҙәре килә. Шулай уҡ йорт-интернат, "Ғаилә" үҙәктәре, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә участкалар булдырылған.