«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ Белоруссия буйлап сәйәхәт итә. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан 44 кеше Минскиҙағы Рәсәй илселегенең һайлау участкаһында гражданлыҡ бурысын үтәне.
Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Был тауыштар айырыуса ҡиммәтле. Беҙҙең өлкән быуын - бай тормош тәжрибәһе булған кешеләр. Улар һәр ваҡыт һайлауҙа әүҙем ҡатнаша һәм үҙ иленә, уның киләсәгенә битараф булмаған мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә, тип билдәләнән Башҡортостан башлығы.