Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу өсөн билетты теркәү мөмкинлеге бөгөн төн уртаһына тиклем оҙайтылды. Был хаҡта йәмәғәт матбуғат үҙәгендә акция вәкиле Римма Бикмырҙина хәбәр итте.
Уның мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта 2 миллион 7 мең QR-билет таратылған. ә 1 миллион 300 меңе теркәлгән. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә беҙҙең ижади төркөм эшләй. Студия менән тура бәйләнештә БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров.