Алдағы алты йылға Ил Президентын һайлау финиш һыҙығына яҡынлаша. Тауыш биреп өлгөрмәгән граждандар, бөгөн участкаларға ашыҡты. Ижади төркөмдәребеҙҙең береһе һайлауҙың һуңғы - өсөнсө көнөндә Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарына юлланды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан һайлау участкаһы Ғафури районында иң йәше һанала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ике көн эсендә теркәлгән һайлаусыларҙың 81 проценты тауыш биреп өлгөргән. Ә иң әүҙем граждандарға ФОК бүләк әҙерләгән. Бассейнға йөрөү өсөн 9сы абонементты тапшырыу мәленә үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Һайлауға улдары Даниэль, Вильдан менән килгән Гүзәл һәм Илдәр Солтанғоловтар буш ҡул менән ҡайтманы.
Һайлауға гармун менән. Күңелле атмосфераны урындағы халыҡ үҙе булдыра. Берәүҙәр йыр-моң бүләк итһә, икенселәр һый-хөрмәт әҙерләгән. Ә бына хеҙмәт ветерандары Зилә менән Өлфәр Яҡуповтар күргәҙмә ойошторған. Ҡыштың оҙон кистәрен пазл йыйып үткәргән ғаилә үҙ ҡулдары менән эшләгән картиналарҙы ауылдаштарына тәҡдим итте.
Һайлауҙың һуңғы - өсөнсө көнөндә лә Красноусол участкалары режимға ярашлы эшләй. Беҙҙе ижади төркөм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән һайлау участкаһы эшмәкәрлеген дә күҙәтте. Бында алдағы ике көн эсендә урында йәшәүселәрҙең 70 проценты тауыш биргән. Был һайлау участкаһына Шайморатов , Варшавка һәм Тауһеңер ауылынан барлығы 677 кеше теркәлгән. Һайлаусыларҙың 4-үһе яңыраҡ 18 йәшен тултырған һәм улар үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашты. Ә инде иң оло һайлаусыларҙың береһе 89 йәшлек Әфҡәт Ниғмәтуллин. Күптән хаҡлы ялда булһа ла, ул ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй һәм бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Был юлы ул күҙәтеүсе ролен дә үтәй
Ғөмүмән, барлыҡ участкаларҙа ла граждандар ойошҡанлыҡ күрһәтә, һайлауҙа ҡатнашыусылар проценты юғары.
БЮТ ижади төркөмө Красноусол ауылында үҙ эшен тамамлай. Һайлау участкаһының ябылыуына ла һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Ә бына комиссия ағзаларын иһә ҡыҙыу мәл көтә - бюллетендәрҙе һанау эше башланасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова