Рәсәй Президентын һайлау өсөн вокзал эсендә айырым һайлау участкаһы эшләне. Тимер юл вокзалында был уңайлыҡ һуңғы 15 йылда ойошторола. Һайлауҙың тәүге ике көнөндә тауыш биреүселәрҙең яртыһынан күберәге гражданлыҡ бурысын үтәгән. Бөгөн дә үҙ кандидатын һайларға теләүселәр ағымы туҡтамай.