Белоруссия, Ҡаҙағстан, Индонезия, Шри-Ланка, Австрия, Молдова, Сербия, Гватемала һәм Болгария илдәренән күҙәтеүселәр тауыш биреү процессын тикшереп барҙы. Барлығы Һайлауға Башҡортостандан 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләнгән. Йәмәғәт күҙәтеү үҙәгенән тулыраҡ мәғлүмәт менән БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким таныштыра.
Рәсәй Президентын һайлау Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолдо. Сәйәси кампанияға тотош ил буйынса меңдән ашыу сит ил эксперты йәлеп ителде. Тауыш биреү көндәрендә Башҡортостанда ун ил вәкиле күҙәтеүсе булараҡ тикшереү алып барҙы. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Индонезия, Шри-Ланка, Австрия, Молдова, Сербия, Гватемала һәм Болгария илдәренән күҙәтеүселәр саҡырылды.
Сит ил вәкилдәре күҙәтеүсе статусында Өфөлә генә түгел, республиканың район-ҡалаларында ла эшләне. Улар хоҡуҡ боҙоу , фейктар таратыу осраҡтарын кисектереү маҡсатында йәлеп ителде.
Республикала Йәмәғәт күҙәтеүселәр штабы эше тәүге тапҡыр 2016 йылда ойошторолдо. Күҙәтеүселәр бер нисә ай дауамында әҙерләнә, сәйәси кампания алдынан махсус уҡыуҙар үтә.
Күҙәтеүселәр үҙәге һайлауҙы контролдә тотоу йүнәлешендә мөһим бурыстарҙы үтәй. Эксперттар журналистар менән берлектә халыҡҡа дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткерергә булышлыҡ итә. Төп үҙәктән тыш, шулай уҡ мобиль төркөмдәр эшләй, улар штаттан тыш хәлдәрҙә урындарға сығырға һәм квалификациялы ярҙам күрһәтергә һәр ваҡыт әҙер.
Флорида Ким