Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, халыҡтың 90 проценттан күберәге Владимир Путинды һайланы. - Был көндәрҙә беҙ президентты ғына һайлап ҡалманыҡ, беҙ дәүләт сәйәсәтен дауам итеү, илдең оборона ҡеүәтен нығытыу, суверенлы үҫеште хупланыҡ. Халыҡ тотороҡлоҡ һәм ғәҙеллек өсөн тауыш бирҙе, - тине Константин Толкачев.