Уларҙың 180-е марафон дистанцияларына йүгерҙе. Ҡатнашыусылар 5 километрҙан 50 километрға тиклем уҙышты. Балалар өсөн 50, 100, 400 метрға һәм 1 километрға ярыштар ойошторолдо. Төп марафонда Пермь крайынан Рауил Шакирйәнов һәм Өфөнән Наталья Бабчина еңеү яуланы.