Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем минималь хеҙмәт хаҡы 35 мең һумға етә

Хөкүмәт “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын әҙерләүгә тотондо. Унда мөһим социаль программалар иҫәпкә алына. Алдағы 6 йылға эш хаҡын арттырыу бурысы тора. Яңы дауахана, мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлә. Халыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу буйынса етди саралар күрелә. Төп күрһәткес – ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә тиклем етергә тейеш.