Сибайҙа балалар шифаханаһы һәм яңыртылған йәштәр йорто барлыҡҡа килә

Премьер-министр Андрей Назаров ҡалала “Шифа” балалар һауыҡтырыу һәм ял үҙәгендә төҙөлөш барышы менән танышты. Йыл әйләнәһе эшләгән шифаханала сменаһына 350 малай һәм ҡыҙ ял итә аласаҡ. Республика Хөкүмәте етәксеһе “Мир” йәштәр йортонда ла булды. 1956 йылда төҙөлгән бинаны яңыртырға кәрәк. Андрей Назаров ремонт өсөн тейешле документтар әҙерләргә ҡушты.