Телевидение фондына һаҡланған тапшырыу аша «Салауат йыйыны»ның ниндәй күләмле форматта үтеүен күрергә мөмкин. Йөрүҙән буйы тотош республика төбәктәрен бергә йыя. 400-ләп ат, 5 тиҫтәнән ашыу тирмә, йөҙҙәрсә ижади коллектив тамашаларын меңдәрсә кеше ҡараған фольклор байрамы тарихта ҡалды. Быйыл «Салауат йыйыны» үҙенең 20 йыллығын билдәләй.
Әлбиттә, бөгөн ҡыҙғаныс хәлдәрҙе тик йылмайып иҫкә алырға ғына ҡала. Шулай ҙа республиканың сая ҡыҙҙарын бер майҙанға йыйған бәйге ҡатнашыусыларына ул саҡта еңелдән бирелмәй. Улар тәүге тапҡыр һыбай саба, ян тартып уҡтан ата, алыҫлыҡҡа һөнгө ырғыта.
2004 йыл. Башҡортостан мәҙәниәтенә яңылыҡ булып ингән, бик күп сараларға нигеҙ һалған «Салауат йыйыны». Республика фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың 250 йыллығы сиктәрендә үтә.
Республика фольклор байрамының да тап «Салауат йыйыны» исеме аҫтында үтеүе осраҡлы түгел.
Башҡорт халыҡ ижады концепцияһы нигеҙендә байрам театрлаштырылған тамаша кимәленә тиклем үҫтерелә. Сценарий әҙиптәр ижадынан, тарихи факттарға нигеҙләнеп яҙыла. Хатта, авторға тәүсығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итергә тура килә.
Республика бындай күләмдәге театрлаштырылған тамашаға тәүге тапҡыр шаһит булды. Әҙерлек тә ай ғына түгел, бер нисә йыл алдан башлана. Уны тормошҡа ашырыуҙа бер төркөм зыялылар ҡатнаша. Һәр аҙым белгестәр менән кәңәшләшеп башҡарыла.
Ошо рәүешле, «Салауат йыйыны»ның тағы бер тарихи бите асыла. Онотолған фольклор өлгөләре ҡабат халыҡҡа ҡайтарыла. Шул уҡ ваҡытта сәсәндәр ижадына ҡарата ла иғтибар арта.
Тап «Салауат йыйыны» өсөн генә тиҫтәләп музыка яҙыла. Композициялар халыҡты берсә һоҡландыра, тетрәтә, илата...
Салауат менән Әминәнең һөйөүен күҙ алдына баҫтырған йыр Гөлдәр Ишҡыуатова башҡарыуында махсус яҙҙырыла. 20 йылдан һуң да был композиция радио тулҡындарында яңғырай. Салауат менән Әминәне һынландырған тамашаны ла халыҡ йылы ҡабул итә.
Шул уҡ милли батырҙың тыуған тупрағын таратҡандағы күренеш һымаҡ.
Был тамашаны күҙәткән урындағы халыҡтан, сит ил ҡунаҡтары тынһыҙ ҡала...
«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамын уҙғарыуға тәбиғәт үҙе лә булышлыҡ итә.
Был төбәктәрҙә лә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы рухи күтәренкелектә үтә. Милли батырыбыҙҙың исеме 250 йылдан ашыу ваҡыттан һуң да халыҡ хәтерендә һаҡланыуын күрһәтә.
Азат Ғәлиуллин