Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Экспозиция ҡылҡәләм оҫтаһының 75 йәшлек юбилейына арнап ойошторолған. Март айында тыуған ижадсының тап ошо миҙгелгә арналған әҫәрҙәре күп. Картиналарында ижадсы тыуған ере һәм туған тәбиғәтенә дан йырлай, мәңгелек төшөнсәләр, кеше ғүмеренең мәғәнәһе тураһында тәрән уйланыуҙарға бирелә.

Олпат рәссам туҡтауһыҙ ижади эҙләнеүҙәр юлында. Был юлы ул һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙе танылған әҫәрҙәре менән бер рәттән, бөтөнләй яңы эштәре менән дә ҡыуандырҙы. Улар араһында Ғабдулла Туҡайға арналған яңы картина ла бар. Шағирҙың һуңғы көндәрен һүрәтләгән тәүге әҫәре Мәскәүҙәге «Мәржәни» фондында һаҡлана. Тәнҡитселәр фекеренсә, был юлы рәссам сағыуыраҡ төҫтәргә өҫтөнлөк биргән.