Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын барланы

Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы ла үҙенең рәсми сайтында президент һайлауҙарында тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. Протоколдарҙың 100 процентын эшкәрткәндән һуң, беренсе урынды Владимир Путин яулай, ул 87,28 процент тауыш йыя. Ҡалған һөҙөмтәләргә килгәндә Николай Харитонов - 4,31, Владислав Даванков - 3,85, Леонид Слуцкий - 3,20 процент тауыш йыйған.