Өфөлә Ҡырым Республикаһының Һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуының ун йыллығын билдәләнеләр

Ҡырым яҙы. Бөгөн ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына ун йыл тулды. 2014 йылдың тап ошо көнөндә тарихи ерҙәребеҙ ҡайтарылды. Мөһим ваҡиға уңайынан илдең барлыҡ субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла тантаналы саралар үтте.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙ сығышында теүәл 10 йыл элек Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумы үткәрелгәндә Рәсәйгә рәсми рәүештә уның тарихи биләмәләре кире ҡайтарылыуын билдәләне. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, илдең яңы субъекты һуңғы йылдарҙа, шул иҫәптән төҙөлөш һәм туризм өлкәләрендә йылдам үҫешә. Ҡырымға командировка ваҡытында төбәктең нисек үҫешеүен күрҙем. Бында яңы объекттар төҙөлә. Мәҫәлән, Ҡырым күпере - уникаль объект, тине Радий Хәбиров. Һәм туристар үҙҙәренең ялы өсөн Ҡырымды теләп һайлай.

Шулай уҡ бөгөн Өфөлә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуының 10 йыллығы хөрмәтенә автоуҙыш үтте. Сараны «Алға-Патриот» үҙәге ойошторҙо. Унда 100-гә яҡын кеше һәм 50-нән ашыу автомобиль ҡатнашты. Улар иҫәбендә спортсылар, йәмәғәтселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ медицина берләшмәһе вәкилдәре булды. Лозунгылар һәм флагтар менән автоколонна «Нефтсе» стадионынан ҡуҙғалды. Артабан ул Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди, Чернышевский, Ленин, Киров урамдары буйлап дауам итте.