Башҡортостанда 313 тораҡҡа һыу баҫыу хәүефе янай

Был турала республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Быйыл да саманан тыш артыҡ оло һыу көтөлмәй, шулай ҙа ҡатмарлыҡтарға әҙер булырға кәрәк , тине Радий Хәбиров. Район башлыҡтары, айырыуса Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө етәкселеге ташҡынға етди әҙерләнергә тейеш. Тап ошо биләмәләрҙә йылғаларҙың ярҙарынан сығыу ихтималлығы һаҡлана. Оло һыуға әҙерлек тураһында оператив кәңәшмәнән Айнур Кәбиров репортажы.

Уны бысалар, ҡарайталар, шартлаталар ҙа. Боҙ тығындары барлыҡҡа килмәһен өсөн алдан уҡ хәстәрлек күрелә. Хәүефләнерлек урын бар, ти белгестәр. Ағиҙелдең өҫ яғында дым норманан 45 процентҡа тиклем юғары. Ә бына боҙҙоң ҡалынлығы , киреһенсә, ғәҙәттәгенән йоҡараҡ.

Боҙ китеүе апрелдең туғыҙынан алып ун дүртенә тиклем көтөлә. Белгестәр фаразлауынса, 29 ерҙә тығындар булыуы ла ихтимал. Әле төбәктә боҙ ҡарайтыу һәм бысыу эштәре бара. Бынан тыш 20 муниципаль берәмек шартлатыу эштәренә килешеү төҙөгән.

Күрһәткестәр әле норманан артыҡ тайпылмай. Шулай ҙа көтөлмәгән барлыҡ сценарийға ла әҙер булырға кәрәк. Халыҡты иҫкәртеү, эвакуациялау урындарын тәртипкә килтереү, ҡотҡарыусылар эшен әүҙемләштереү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Яҙғы ташҡындың нисек булыры һауа торошона ла бәйле. Шуға ла теүәл күҙаллауҙар биреү мөмкин түгел. Ысынбарлыҡҡа тап килерҙәй мәғлүмәт 25 марттан һуң ғына билдәле буласаҡ.

Айнур Кәбиров