Төбәк аграрийҙарына яҙғы сәсеү миҙгелен башлау өсөн 6 миллирд һумға яҡын льготалы кредит хупланған

Ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан Башҡортостандың 132 хужалығына бүленәсәк. Ә ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредит механизмын тормошҡа ашырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 486 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы эшсәндәренә льготалы кредиттар нисек ярҙам итә? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова белеште.

Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу туранан-тура техника торошона бәйле. Уның төҙөклөгөн хужалыҡтар алдан уҡ хәстәрләй. «Нерал-Шишмә» предприятеһында ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау эшенең ҡыҙыу мәле. Ойошма быйыл 8 мең гектарҙан ашыу ергә төрлө культуралар сәсергә планлаштырған. Уны үтәү өсөн яҡынса бер айҙан йөҙҙән ашыу техника баҫыуға сығасаҡ.

Булғанын ремонтлауҙан тыш, хужалыҡтар яңы техника һатып алырға ла тырыша. Хөкүмәт иһә субсидия, льготалы кредиттар кеүек үҙ ярҙамын күрһәтә. Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек көҙ башланған. Яңы йылға тиклем үк дәүләттән аҡсалата ярҙам юллау өсөн документтар тупланған, кәрәкле агрегаттар һәм техника исемлеге төҙөлгән.

5 процентлыҡ льготалы кредит ярҙамында ашлама, техника өсөн запас частәр һатып алдыҡ. Был аҡсаны экономияларға мөмкинлек бирә. Сөнки ауыл хужалығы тармағында етештереү осоро һатыу осоро менән тап килмәй. Мәҫәлән, көҙгөһөн хаҡтар түбән, ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредиттар ярҙамында ошо осорҙо үткәреп, кәрәкле техника һатып алабыҙ. Ә продукция киләһе йыл йәй баҙарға сығарыла.

Иван Лукьянов, Ауыл хужалығы предприятиеһы баш экономисы

Әйткәндәй, быға тиклем дәүләт ярҙамы менән һыу һибеү комплекстары һатып алынған. Ул мул уңыш йыйырға мөмкинлек бирә, ти предприятие етәксеһе. Был

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктең сәсеү кампанияһына 24 миллиард һум аҡса сарыф ителер тип баһалана. Был былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, 7,5 процентҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта кәрәкле кредит ресурстары күләме 12 миллиард һум тәшкил итә.

Әлфинә Килдейәрова