Төбәктә һайлау һөҙөмтәләре барланды

Төбәктә һайлау һөҙөмтәләре барланды һәм иртәнге сәғәттәргә бюллетендәрҙең 100 проценты эшкәртелде. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путин Башҡортостанда 90,9 процент тауыш йыйған. Өс көн дауам иткән һайлау Башҡортостанда асыҡ, ғәҙел ойошторолдо, тауыш биреү учаскалары законға ярашлы штатлы режимда эшләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Бюллетендәр һаналған, һөҙөмтәләр барланған. Өс көн дауам иткән Рәсәй Президентын һайлау тамамланды һәм Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса Владимир Путин Башҡортостанда 90,9 процент тауыш йыйған. Икенсе урында 3,6 процент менән КПРФ вәкиле Николай Харитонов килә, өсөнсө-дүртенсе урындарҙа Леонид Слуцкий менән Владислав Даванков.

Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһына граждандарҙан 179 шылтыратыу ҡабул ителгән. Улар башлыса мобиль һайлаусы, һайлау участкаһының эш ваҡыты кеүек мәғлүмәти һорауҙарҙы берләштергән. Өс көн дауам иткән һайлауҙа граждандар 15 мартта әүҙем тауыш биргән, тәүге көндә 36 процент кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән .

Һайлауҙа тотош ғаиләһе менән тауыш биреүселәр, 18 йәше тулып тәүге тапҡыр һайлау хоҡуғы менән файҙаланған граждандар күп булды. Район-ҡалаларҙың әүҙемлегенә килгәндә Благовар, Бүздәк, Тәтешле, Илеш, Мәсетле, Ғафури, Шаран, Федоровка, Көйөргәҙе, Балтас, Асҡын райондарында йәшәгән халыҡтың 90 проценты тауыш биргән.

Флорида Ким