Проект өҫтөндә Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» әйҙәүсе инженер мәктәбе белгестәре эшләгән. Шулай уҡ йәш ғалимдар көсө менән Рәсәй авиацияһы, сәнәғәте өсөн электр агрегаттар булдырыу буйынса ғилми-технологик эш алып барыла.Тикшеренеүҙәр һәм асыштарҙың күп өлөшө электр мехникаһы һәм электр энергетикаһына ҡағыла.
Университет стеналарында «Киләсәк моторҙары» әйҙәүсе инженер мәктәбе 2022 йылда ойошторолғайны. Федераль проект сиктәрендә фәнни-ғәмәли эш алып барыуға махсус лабораториялар, производство цехтары булдырылған. Штатта барлығы ике йөҙгә яҡын кеше, уларҙың күбеһе студенттар. Икенсе курстан алып йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған йүнәлеш буйынса конструктор бюроһында эшләп, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә ала, шулай уҡ уларға хеҙмәт хаҡы ла түләнә. Әле инженер мәктәбе «Альтима строй» компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү нигеҙендә электромобиль өсөн тиҙ заряд станциялары өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ белгестәр импортты алмаштырыу йүнәлешен өҫтөнлөклө итеп алған, электр двигателдәре өсөн деталдәр етештерелә.