Республикала коммуналь инфраструктура 54 процентҡа иҫкергән

“Объекттар һәм инженер селтәрҙәрен яңыртырға ниәтләйбеҙ. Был маҡсаттан федераль аҡса йәлеп ителә. Былтыр 8 проект тормошҡа ашырылды”, - тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Ул Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. “Быйыл 9 урында коммуналь объекттарҙы тәртипкә килтереү ҡарала”, - тине ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл шулай уҡ 100 километрҙан ашыу оҙонлоҡта йылылыҡ селтәрҙәре ремонтлана, һыу торбаларын алмаштырыу ҡарала. Ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы таҙартыу станциялары төҙөү планлаштырыла.