Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел һәм Абыҙ ауылдары араһында Өфө йылғаһы аша машиналар йөрөшө туҡтатылды. Маршруттарҙы алдан билдәләргә, хәрәкәтте тыйған юл билдәләре талаптарын үтәргә кәңәш ителә. Был урында боҙ йоҡарған, машиналар йөрөү өсөн хәүефле.