Башҡортостан бюджетына 8 миллиард һум өҫтәлә

Ҡаҙна тураһында законға төҙәтмәләр индереү буйынса проект парламент комитетында хупланды, киләһе аҙнала пленар ултырышта ҡарала. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, өҫтәмә аҡса һалым һәм ҙур предприятиеларҙың ҡиммәтле ҡағыҙҙарына дивидент иҫәбенән килә. Быйыл бюджеттың табыш өлөшө 298 миллиард һум була. Сығымдар 311 миллиардтан арта.