Башҡортостан автономияһына - 105 йыл

1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихсылар был ваҡиғаны Рәсәй тарихындағы иң мөһимдәр рәтенә ҡуя - тап төбәк менән үҙәктең килешеүе Федератив мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев та документтың баһаһын ҙур тип иҫәпләй. Уға тиклемге үҙалылыҡ документаль раҫланмаған, ә 1919 йылдағыһың яңы власть таный һәм рәсми иғлан итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡорт автономияһы Рәсәйҙә тәүгеһе һәм үҙ формаһы буйынса берҙән-бере. Мәскәү беҙҙең шарттарға риза булып, килешеү төҙөй, башҡа республикаларға Автономия декрет, йәғни указ менән генә бирелә.