Бөгөн Өфө Тарих, Тел һәм әҙәбиәт институтында ғалим, археограф һәм тюрколог Рәмил Булгаков тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Фәндәр академияһына 300 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. “Рәмил Булгаковтың ғилми хеҙмәттәре һәм тикшеренеүҙәре бөгөн дә көнүҙәк”, ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Талантлы һәм абруйлы шәхес ине”, тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Тарих фәндәре кандидаты, ғалим Марсил Фәрхшатов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡорт шәжәрәләре” китабының икенсе өлөшө 2002 йылда донъя күрә. “Беҙ Рәмил Булгаков менән авторҙаштар”, ти филология фәндәре кандидаты, ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәмил Булгаков 1954 йылда Өфөлә тыуған. Ленинград университетының көнсығыш факультетында белем ала. Рәсәй фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уҡый һәм республика милли музейында эшләй. Төрки телле ҡульъяҙмаларҙы өйрәнә. Рәсәй мосолмандарының китап мәҙәниәте тарихы, башҡорт шәжәрәһе, рус археографияһы һәм текстологияһы буйынса хеҙмәттәр яҙа. Рәмил Мәхмүт улы 2023 йылда вафат була.