Радий Хәбиров «Пространстволы үҫеш стратегияһы» сессияһында ҡатнаша

Уны Мәскәүҙә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үткәрә. Республика башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, иҡтисади үҫеш темптарын тиҙләтеү, технологик үҫеш, милли именлекте тәьмин итеү йәһәтенән 2025 йылға тиклем илдең үҫешен тикшерәсәк. Бөгөн ҡабул ителәсәк ҡарарҙар Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында ла иҫәпкә алынасаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.