Өфөлә «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы үтә

Ул 26 мартта баш ҡаланың «Экспо» күргәҙмәләр комплексында ойошторола. Сараның үҙенсәлектәре тураһында ойоштороусылар бөгөн матбуғат конференцияһында һөйләне.

Халыҡ-ара күргәҙмә быйыл 34-се тапҡыр ойошторола. Унда Рәсәйҙең 400-гә компанияһы, Ҡытай һәм Беларусь республикаһы предприятиелары үҙ экспозицияһын тәҡдим итәсәк.

Быйыл Өфөләге күргәҙмәлә тәүге тапҡыр Краснояр крайы менән Марий Эл вәкилдәре ҡатнаша. Күргәҙмә бөтәһе 5 залда, 18 мең квадрат метрҙа урылаштырыла. Был «Агрокомплекс» тарихындағы иң күләмле экспозиция. Майҙанда ауыл хужалығы өлкәһендәге бар технологиялар һәм хеҙмәттәр сағылыш табасаҡ. Асыҡ һауа аҫтындағы күргәҙмәгә ауыл хужалығы техникаһы ҡуйыла.

Шулай уҡ 50-нән ашыу хужалыҡ һәм кооператив «Фермер ауылы» биләмәһендә үҙ продукцияһы менән таныштырырға ниәтләй. Агросәнәғәт форумы эшлекле һөйләшеүҙәрҙе, хеҙмәттәшлек килешеүҙәрен үҙ эсенә ала. Пленар ултырыш ауыл хужалығы тармағын үҙгәртеп ҡороуға, һанлы форматҡа күсеүгә, кооперативтар темаһына арнала. Форум сиктәрендә телекүпер аша Стәрлебаш ҡошсолоҡ фабрикаһы базаһында яңы корпусты сафҡа индереү күҙаллана.

«Агрокомлекс» күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумына ҡыҙыҡһыныу ҙур. Буш майҙандар юҡ. Илдең төрлө төбәктәренән билдәле эксперттар һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиелары ҡатнаша. Уларҙың 45 проценты яңы компаниялар, иң ҙур делегация Ҡытайҙан көтөлә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры