«Башсельхозтехника» предприятиеһында аграрийҙар өсөн уҡыуҙар бара

Дәрестәр барышында яңы техника өлгөләре, уларҙы ҡулланыу, ремонтлау үҙенсәлектәре, өҫтөнлөктәре менән танышырға мөмкин. Предприятие биләмәһендә Рәсәйҙә етештерелгән заманса техника күргәҙмәһе лә ойошторолған. Мөһим осор - яҙғы баҫыу эштәре алдынан ер хужаларының кәйефен БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова белеште.

Фермер Николай Шляпкин быйыл техника паркын яңыртырға ниәтләй. Күргәҙмәгә КА-700 тракторының яңы 7-се серияһын ҡарарға килгән. Николай Георгиевич Башҡортостандың тәүге фермерҙарының береһе, 90 йылдар башында уҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башлай. Әле «Рассвет» хужалығын етәкләй, фермер Өфө районында 1 мең ярым гектарҙа картуф. кишер, сөгөлдөр үҫтерә, йыл һайын 3 мең тонна тирәһе уңыш йыйып ала. Продукцияны һатыу менән проблема юҡ, йәшелсәләр «Байрам» сауҙа селтәренә тапшырыла. Тәжрибә етерлек булһа ла, заманса эш алымдары, техника өлгөләре менән танышыу мотлаҡ, ти Николай Шляпкин.

Ер хужаларын алда яуаплы осор - яҙғы баҫыу эштәре көтә. Сәсеү эштәрен ваҡытында һәм тиҙ арала башҡарып сығыу өсөн ҡеүәтле агрегаттар талап ителә. «Башсельхозтехника « майҙанындағы күргәҙмәлә заманса техниканың төрлө өлгөләре менән танышырға мөмкин. Бында яңы сериялар ҙа, ремонттан һуң яңыртылған техника ла ҡуйылған.

Һуңғы йылдарҙа санкциялар менән бәйле сит илдәрҙән ауыл хужалығы техникаһы индереү туҡтатылды. Әммә борсолорға урын юҡ, сөнки ер хужалары өсөн кәрәкле, заманса тракторҙар Рәсәй предприятиеларында ла етештерелә. Күргәҙмә ошо техника өлгөләре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Ошонда уҡ механизаторҙарҙы уҡытыу ойошторолған. Лекциялар һәм практик дәрестәр барышында улар заманса техникала эшләү, ремонтлау үҙенсәлектәре менән таныша. Сөнки бер үк тракторҙың яңы серияһы ла күпкә үҙгәреп, камиллашып килеүе ихтимал.

Ер хужалары әйтеүенсә, дәрестәр бик файҙалы. Хатта, ғүмер буйы трактор-комбайндан төшмәгән тәжрибәле механизаторҙар өсөн дә. Хәҙер компьютер, заманса технологиялар дәүере, донъянан артта ҡалырға ярамай, ти 46 йыл механизатор булып эшләгән Олег Латипов.

Заман шаңдауы ауыл хужалығына лә үтеп инә. Ҡул көсө кәмей, кешеләрҙе роботтар алмаштыра, эш автоматлаштырыла. Был үҙ сиратында кадрҙар әҙерләү системаһына үҙгәрештәр индереүҙе лә талап итә. «Башсельхозтехника» предприятиеһы ошо маҡсатта Башҡорт дәүләт аграр университетында «Кировец» тракторҙарының махсус класын асҡан. Был хеҙмәттәшлек йәш белгестәрҙе заман ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләргә булышлыҡ итә.

Рәмзиә Кәримова