Һөнәри байрам йыл да марттың өсөнсө шишәмбеһендә билдәләнә. Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр көсө менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, өлкән быуын вәкилдәренә оло хәстәрлек күрһәтелә. Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
74 йәшен тултырған Хәлимә Солтан ҡыҙы әсәһен көслө рухлы булды, тормош ауырлыҡтарына бирешмәне тип иҫкә ала. Беренсе төркөм инвалиды булған, үҙаллы атлай алмаған балаһын күтәреп тигәндәй мәктәпкә йөрөтөп, уҡытҡан ул. Ауыл еренән Өфөгә күсенеп, өй шарттарында хеҙмәт урыны менән тәьмин иткән. Әсәһе вафат булғандан һуң Хәлимә Искәндәрова социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарауында ҡала. Һуңғы йылдарҙа уға Зөлфиә Миңлеәхмәтова ярҙамлаша.
Зөлфиә Миңлеәхмәтованың социаль хеҙмәткәр булып эшләй башлауына теүәл ун йыл. Һөнәре буйынса бухгалтер булған ҡатындың үҙаллы хәрәкәт итә алмаған өлкән быуын вәкилдәренә хәстәрлек күрһәтеүгә күңеле тартыла. Яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле эш. Әле уның ҡарауында мөмикнлектәре сикләнгән өс кеше.
Өфө районы Алексеевка ауылынан Наталья Фролова ла халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Уның ҡарамағында 25 кеше, араларында 1-3-сө төркөм инвалидтары, 80 йәштән өлкәнерәк кешеләр бар. Мәрхәмәтле һөнәр эйәһенең эш графигы тығыҙ, ял көндәрһеҙ эшләй. Кемгәләр дарыуҙар, магазиндан аҙыҡ-түлек алып килергә ярҙам итә, икенселәренә аш-һыу әҙерләү, өйөн тәртиптә тотоу кеүек даими хәстәрлек талап ителә.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә белгестәргә ихтыяж юғары. Республика буйынса изге һөнәр эйәләренең уртаса хеҙмәт хаҡы 34 мең һум тәшкил итә. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, тармаҡ айырыуса йәш кадрҙарға мохтаж.
Һандарға килгәндә, бөгөн республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә мең ярымдан ашыу социаль хеҙмәткәр эшләй. Ярҙамға мохтаж 33 меңдән ашыу кеше уларҙың хәстәрлеген тойоп йәшәй.
Гөлназ Хәйбуллина