Радий Хәбиров “Российская газета” баҫмаһына интервью бирҙе

Башҡортостан Башлығы мәктәп һәм балалар баҡсаларын ремонтлау программаһына туҡталды. Һуңғы ике йылда 140 белем биреү усағы яңыртылды. Быйыл капиталь ремонт өсөн федераль бюджеттан 5 миллиард һум бүленә. 5 йылда республикала 44 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Башҡортостан үҙ иҫәбенә колледждарҙы төҙөкләндерә. Йыл һайын 500 миллион һум бүленеп килә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.