Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда биләмәлә 5 инвестор булһа, бөгөн улар һаны 21-гә етте. Резиденттар 62 миллиард һумлыҡ проекттар тәҡдим иткән. Былтыр “Алға” махсус иҡтисади зонаһына “Өфө” индустриаль паркы майҙандары ҡушылды. Биләмәләрҙә машиналар төҙөү, ағас эшкәртеү, нефть химия, еңел сәнәғәт өлкәләрендә етештереү алып барыла.