Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға Ирсай ауылында булған. Кисен ағас йортта ут сыҡҡан. Мини-датчик тауышын ишетеп ҡалған әсә бәләкәй балаларын тышҡа сығарып өлгөргән. Янғында бер кем дә зыян күрмәгән. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән.