Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2024 йыл өсөн исемлек әҙерләгән. “Ауыл табибы” программаһында аллерголог, балалар онкологы, йөрәк хирургы, стоматолог кеүек белгестәр ҡатнаша ала. “Ауыл фельдшеры” проектына акушерҙар, шәфҡәт туташтары һәм ғаилә табиптары ҡушылырға мөмкин. Программаға ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан медицина белгестәренә 1 миллион һум бирелә.