Өфө командаһы чемпионатта 13-сө урын алып, плей-офҡа сыға алманы, хәҙер плей-аутта ҡатнаша. Турнирҙа беҙҙең клубтан тыш, Ырымбурҙан “Нефтсе”, Түбәнге Новгородтан АСК һәм Нижневартовскиҙан “Югра-Самотлор” сығыш яһай. Тәүге этап апрель уртаһында Ырымбурҙа, икенсеһе 25-28 апрелдә Өфөлә үтә. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса тәүге ике команда элиталы дивизионда урынын һаҡлап ҡала.