“Йәштәрҙең Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыуын хуплайым. Әммә уларҙың тыуған республикаһына ҡайтыуы мөһим”. Башҡортостан Башлығы “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында шулай тип белдергән. “Беҙ был йүнәлеш буйынса даими эшләйбеҙ, йәштәр менән осрашабыҙ, беҙҙә булған мөмкинлектәр менән таныштырабыҙ”, - тигән Радий Хәбиров. Өфөлә вуз-ара студент кампусының беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. "Республика илдең фән үҙәгенә әйләнә бара. Беҙҙә йәштәр һәм ғалимдар өсөн төрлө дәртләндереү саралары ҡаралған”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт