Башҡортостан башлығы 60 йәшлек юбилей иртәһен Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ҡаршы алды.
Әлеге минуттарҙа Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика йәштәр илһөйәрлек форумында ҡатнаша. Сараға 250 уҡыусы саҡырылған, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, кадеттар һәм юнармеецтар бар. Социаль селтәрҙәргә һалған видеояҙмаһында төбәк етәксеһе балалар менән үҙенең белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, нисек йәшәүе, үҙ иленең ысын патриоты булыу һәм уның өсөн йәшәүҙең нимә икәнен һөйләргә теләүе тураһында әйткән.
Шулай уҡ сара сиктәрендә парк биләмәһендә «Батырҙар ярышы» уҙа. Йәштәр автоматты һүтеп-йыйыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, гир күтәреү кеүек этаптарҙы үтә, тактик, хәрби медицина әҙерлеген күрһәтә. Билдәле булыуынса, 2022 йылда «Авангард» уҡытыу методик үҙәге ойошторолоу менән ун меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы биш көнлөк уҡыуҙар үткән. Ошо ваҡыт эсендә парашют вышкаһынан ғына 2 мең ярым үҫмер һикергән. Батырҙар ярышында ҡатнашыусылар ҙа һауа десант комплексында дәрестәр алды.