Һүҙ хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында барҙы. Аныҡлап әйткәндә, мәғариф өлкәһендәге берлектәге проекттар тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә һанлы технологияларҙы индереү ҡарала. Шул иҫәптән яһалма интеллект нигеҙендә һанлы сервистарҙы ҡулланыу күҙаллана.
Һаҡлыҡ банкы Башҡортостан иҡтисадын, инфраструктураһын һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙә төп партнерҙарҙың береһе булып тора. Финанс ойошма республика биләмәһендә торлаҡ, эре инфраструктура объекттары һәм предприятиелар төҙөлөшөн финанслауҙа ҡатнаша, урта һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам күрһәтә, дәүләт программалары сиктәрендә ауыл хужалығы етештереүселәренә кредит биреү күләмен арттыра. Башҡортостан делегацияһы Һаҡлыҡ банкының «Мәктәп 21» кампусында булды, унда 18 йәштән өлкән һәр кем мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә кәрәкле һөнәрҙе бушлай ала ала. Проект ил буйынса әүҙем таратыла, мәктәп кампустары Рәсәйҙең туғыҙ ҡалаһында эшләй.