Республикала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған иң күләмле төҙөлөш документацияға ярашлыҡҡа тикшереүҙе уңышлы үтте. Хәҙер объектты файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы акт алырға ҡалды. Көнсығыш ҡапҡалар 1 апрелгә тиклем асыласаҡ. Юл йөрөү түләүле. Еңел автомобилдәр өсөн көндөҙ 100, төндә 20 һум. Йөк машиналары водителдәре 250 һәм 50 һум түләргә тейеш.