Хәйбулла районы Петропавловский ауылында ремонт һәм төҙөлөш эштәренән һуң башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһы асылды. Ауыл халҡы, уҡытыусылар, балалар һәм төҙөүселәр ҡатнашлығында үткән тантаналы сара хаҡында киләһе яҙмала.
Петропавловский мәктәбендә оло байрам. Ниһайәт, эшләү һәм белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Оҙаҡ йылдар дауамында мәктәп һәм балалар баҡсаһы 100 квадрат метр майҙанда урынлашҡан булһа, хәҙер ул ике тапҡырға иркенәйгән. Яңыртылған элекке бинала балалар баҡсаһы, ә ҡороған төкәтмәлә башланғыс мәктәп эшләйәсәк.
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы ярҙамында мәктәпкә өҫтәлмә 180 квадрат метр майҙанлыҡ төкәтмә эшләнгән. Йылы һәм заманса кабинеттар, санитар бүлмә, төрлө саралар һәм физкультура дәрестәрен үткәреү өсөн зал булдырылған. Белем усағының элекке бинаһында тәҙрәләр, электр селтәре, ҡаҙанлыҡ алмаштырылған, кабинеттарға косметик ремонт яһалған.
Бәләкәй ауыл өсөн тарихи ваҡиға. Йылы тәбрикләү һүҙҙәре, иҫтәлекле бүләктәр... Ут күршеләре Уфимский ҡасабаһы мәктәбе уҡыусыларының дәртле сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Малай-ҡыҙҙар артабан да тырышып уҡырға, спортта һәм йәмәғәт тормошонда һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе. Яңыртылған мәктәптә өс класта 7 уҡыусы белем аласаҡ.
Мәктәп - белем усағы. Ауылда мәктәп эшләй икән, тимәк, бында йәштәр ҡаласаҡ, ғаиләләрҙә балалар тыуасаҡ.
Гүзәл Борханова