Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт ойошма-предприятиелары араһында спартакиада старт алды

Сәләмәт ғаилә - көслө ғаилә. «Ғаилә йылы» уңайынан Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт ойошма-предприятиелары араһында спартакиада старт алды. “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында был юлы ҡала мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре ярышты, эстафета мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына тапшырылды.

Күңелле старт, ҡоршауға тупты индереү... Атайҙар гирь күтәрһә, әсәйҙәр ырғымыстан һикерә, балалар иһә башҡа төрлө спорт уйындарында ҡатнашты. Ҡала кимәлендәге “Атай, әсәй һәм мин ‐ спортсы ғаилә” ярышында биш ғаилә мәргәнлектә, сослоҡта һәм тиҙлектә етеҙлектә көс һынашты. Улар араһында уйын бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы.

Сарала ҡатнашҡан һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.Рыҫҡужиндар “Бындай ярыштар ғаиләне берләштерә” ‐ ти. спорт менән дуҫ булыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары икеләтә ҡыуаныс. Улар бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп 4 ‐се урын яуланы.

Һәр ғаиләлә спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйған спорт сараһында барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ә инде беренсе урынға лайыҡ булған Бикчәнтаевтар ғаиләһе - март аҙағында финал уйынында ҡатнашасаҡ.