Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ҡаршыланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмер байрамы иртәһен ул Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ҡаршыланы. Биләмәлә «Ирҙәрсә һөйләшеү» тип исемләнгән республика йәштәр илһөйәрлек форумы үтте. Сара район-ҡалаларҙан 250 мәктәп уҡыусыһын берләштерҙе, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, кадеттар һәм юнармеецтар булды. Күләмле форумдан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында иртәнге физик күнекмә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған курсанттар - 8-cе һәм 10-cы синыф уҡыусылары менән бер сафҡа баҫты. Республиканың билдәле спортсылары һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре лә үҫеп килгән быуынға үҙ миҫалында сәләмәт тормошто пропагандаланы.

Зарядканан һуң мәктәп уҡыусылары иртәнге ашҡа саҡырылды. Республика етәксеһе лә улар менән бергә барып туҡланыу сифатын баһаланы. Үҫмерҙәр «Патриот» паркы менән яҡшы таныш, улар быға тиклем ойошторолған сменаларҙа ҡатнашып, физик, тактик һәм хәрби-медицина әҙерлеге үткән.

Уҡыуҙар барышында алынған белем «Батырҙар ярышы»нда баһаланды. Курсанттар автомат тауышына яу яланын хәтерләткән ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте. Күләмле спорт сараһы һәр кемдә киләсәктә хәрби һөнәр һайлауға ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

2022 йылда парк биләмәһендә «авангард» уҡытыу методик үҙәге ойошторолоу менән ун меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы биш көнлөк уҡыуҙар үткән. Ошо ваҡыт эсендә парашют вышкаһынан ғына 2500 үҫмер ырғыған.Батырҙар ярышында ҡатнашыусылар ҙа һауа десант комплексында дәрестәр алды.

Тәжрибәле инструкторҙар ярҙамында Ан-2 cамолетында парашют менән һикереү буйынса төп ҡағиҙәләр өйрәнелде, артабан мәктәп уҡыусылары хәүефһеҙлек талаптарын үтәп бейеклеккә күтәрелде һәм ергә ырғыны.

Шулай уҡ инструкторҙар курсанттарҙың хәрби-медицина, физик әҙерлеген дә баһаланы. Противогаз, дөйөм хәрби һаҡлау комплекты кейеү кеүек этаптар булды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ярыш барышын күҙәтеп, әрме хеҙмәте йылдарын иҫкә төшөрҙө. Калашников автоматын йыйып-һүтеүҙә һәм гир күнекмәләрендә ҡатнашты. Мәктәп уҡыусыларының береһе тимер снарядтарҙы күтәреү буйынса рекорд ҡуйып, республика етәксеһенән бүләк - исемле сәғәт алды.

Радий Хәбиров парк биләмәһендә урынлашҡан яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын да ҡараны. Бында көрәш, тренажерҙар һәм уйын залдары ойошторолған. Объект эргәләге участка төҙөкләндерелгәндән һуң быйыл сафҡа инәсәк. Республика етәксеһе спорт комплексты Шишмә районы халҡы ла файҙаланырға тейеш тине. Киләсәктә бында бассейн төҙөлөшө лә планлаштырылған.

«Патриот» паркы биләмәһендә хәрби техника ла урын алған. Майҙанға махсус хәрби операция зонаһынан Украинаның ҡораллы көстәренә ҡараған өс ватыҡ танк ҡуйылған.

«Ирҙәрсә һөйләшеү» республика йәштәр илһөйәрлек форумына килгәндә, төбәк етәксеһе уҡыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреп, асыҡтан-асыҡ аралашты, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хәҙерге заманда әрме хеҙмәтен үтеү мөһимлегенә айырым туҡталды.

Шулай тура килде - күләмле форум Радий Хәбировтың тыуған көнөнә тура килде. Йәштәр республика етәксеһен юбилейы менән ҡотланы, ә ул үҙ сиратында осрашыуҙың оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне

Форум аҙағында ҡунаҡтар һәм курсанттар «Шайморатовсылар, алға! « тип исемләнгән рухлы йыр башҡарҙы. Республика мәктәп уҡыусыларын берләштергән илһөйәрлек сараһын даими уҙғарыу күҙаллана .

Гөлназ Хәйбуллина