Быйыл республика бюджетын 8 миллиардҡа арттырыу планлаштырыла

Закон проекты Башҡортостан парламенты депутаттары ҡарауына сығарыласаҡ. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың пленар ултырышын үткәреү датаһы билдәләнде һәм уның көн тәртибе раҫланды. Шулай уҡ ҡануниәт базаһында планлаштырылған мөһим үҙгәрештәр араһында интернаттан һуңғы оҙатыу төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе лә бар. Ул етем балаларға ярҙам итеүҙе һәм уларҙың шәхси ихтыяжына аҡса биреүҙе күҙ уңында тота. Парламенттың сираттағы ултырышы 28 мартҡа тәғәйенләнгән.

Президиум ултырышында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитов та бар ине. Ул «Законлылыҡты нығытыуға айырыуса өлөш индергәне өсөн» маҡтау билдәһе менән бүләкләнде.