22 мартта Башҡортостан юлдаш каналының иртәнге «Сәләм» программаһында Өфөлә фатир, ике «Нива» автомобиле, бар ғаилә менән Сочиға, шулай уҡ республика шифаханаһына юлламалар оторға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президентын һайлау көндәрендә республикала « Рәхмәт» акцияһы уҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сайтта бөтәһе 2 миллион ярым кеше теркәлгән. 400-гә яҡын һайлаусы саң һурҙырғыс, телевизор, электр самокаты, яндекс-станция, кофемашина, ноутбук, телефон кеүек ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.