Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленә һайлап алыу башланды

Тәүге тур бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Үҙ көсөн 30-ҙан ашыу сәхнә оҫтаһы һынап ҡараны. Улар араһында ҡурайсылар ҙа, думбырасылар ҙа, скрипкасылар ҙа бар. Сөнки ҡурайсылар ансамбле составында башҡа милли музыка ҡоралдары ла ҡаралған. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо. Һайлап алыу этабына килгән сәхнә оҫталары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Зөфәр Атанғолов Федоровка районы егете, әле Стәрлебаш районы мәҙәнит йортонда эшләй. Ҡурайсылар ансамбленә эләгеү теләге ҙур, һайлап алыу этабына ентекле әҙерләнгән. Бала саҡтан ҡурайҙа уйнайым, әммә тулҡынланыу тойғоһо бар, ти ул.

Залда төрлө быуын вәкилдәрен күрергә мөмкин. Республикаға билдәле сәнғәт әһелдәре лә, йәштәр ҙә байтаҡ. Хатта ҡурайҙа һыҙҙырған гүзәл заттар ҙа бар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Һағынбаев үҙе лә ҡурай түңәрәге алып, балаларҙы музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә, ансамбль төҙөү-күптәнге хыял, ти ул.

Дәүләт кимәлендәге ҡурайсылар ансамбле юғары һөнәри оҫталыҡ, оло яуапллыҡ тигән һүҙ. Шуға күрә лә һайлап алыу туры бер нисә этапта һәм ентекле ойошторола. Коллектив Башҡорт дәүләт филармонияһы составында эшләйәсәк, бөтәһе 30-ҙан ашыу штат берәмеге ҡаралған. Уларҙың төп өлөшө ҡурайсылар, әммә составта башҡа милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар ҙа күҙаллана.

Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамбле Республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторола. Был туралағы указға ҡул ҡуйылған, хәҙер ансамблде формалаштырыу бурысы тора.

Башҡортостан ҡурайсыларға бай, шуға күрә лә ансамблде туплау менән ҡатмарлыҡтар булмаҫ тип көтөлә. Йәш сикләүе юҡ, бары тик ҡурайҙа оҫта һыҙҙырыу мөһим. Ҡурайсылар ансамбленең тәүге сығышы көҙгә, республика көнөнә планлаштырыла.

Ҡурай милли музыка ҡоралы ғына түгел, башҡорт халҡының моңдашы ла, юлдашы ла. Ата-бабаларыбыҙ борондан аһ зарын да, хис тойғоларын да ҡурай моңона һалған, яуға барғанда ла ҡурайҙан айырылмаған. Быйыл Башҡортостанда дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙы даныбыҙ, ғорурлығыбыҙ булған музыка ҡоралына мәҙхиә һәйкәл тип әйтергә мөмкин.

Рәмзиә Кәримова