Башҡортостандан ҡымыҙ бешеүсе йылҡы итен эшкәртеү цехын асырға йыйына

Шишмә районының Күсем ауылынан ҡымыҙ бешеүсе Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Уның хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейә бар. Муниципаль программа ярҙамында сығымдарҙы ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Эшҡыуар ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып, деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй, тип белдерәләр район хакимиәтенән.