Бөгөн Өфөлә Көнсығыш юл асылды

Был - республикала иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе. Өфөнән М-5 трассаһына 10 минутта сығырға мөмкин.  - Бөгөн М-5 трассаһына сығыу юлын асабыҙ.  Объектты  тамамлау өсөн уны М-7 трассаһы менән тоташтырырға  кәрәк.  Алда  ҙур эш көтә. Республика һәм Өфө халҡын ҡотлайым, - тине  Радий  Хәбиров юлды  асыу тантанаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Көнсығыш юл автомобиль тоннеле,  Өфө йылғаһы аша күпер һәм тиҙ йөрөшлө  трассанан тора. Дөйөм оҙонлоғо 14 километрға  яҡын.