Яңауылда махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарға таҡтаташ асылды

Яңауыл ҡалаһының «Дан» аллеяһында яҡташтарыбыҙ өлкән лейтенант Владислав Асхатов, рядовойҙар Илһам Хафизов, Илдар Миңлейәнов һәм Илсур Хәйҙәровтар хөрмәтенә дүрт яңы мемориаль таҡтаташ асылды. Улар дүртеһе лә махсус хәрби операция барышында һәләк булған. Тантаналы шарттарҙа Ватан именлеге өсөн башын һалған батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар. Тантанала район етәкселәре, депутаттар, ветерандар хәрәкәте лидерҙары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булғандарҙың туғандары, юнармеецтар ҡатнашты. Йылы һүҙҙәр әйтелде, яугир әсәһе яҙған шиғырҙар яңғыраны.