«Бөркөт» ирекмәндәр ойошмаһы яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ! Туймазы ҡалаһында ойошторолған «Бөркөт» ирекмәндәр ойошмаһы яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Ярҙам башлыса урындағы халыҡ көсө менән туплана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Консерва банкылары тотош Туймазы ҡала һәм районынан йыйыла. Ирекмәндәр хатта ҡайһы бер предприятиелар менән килешеү төҙөгән. Шуға ла сеймалға ҡытлыҡ әлегә күҙәтелмәй.

Яугирға күсереп йөрөү уңайлы булһын, консервалар бер тигеҙ итеп ҡырҡыла. Парафинды ла ирекмәндәр тик сифатлыһын һайлай. Уны улар махсус заказ буйынса һатып ала.

«Бөркөт» ирекмәндәр клубы былтыр декабрҙә ойошторола. Төбәктә тупланған гуманитар ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә үҙҙәренә бер нисә тапҡыр оҙатып барырға ла тура килә. Әйткәндәй, окоп шәмдәренә тиклем улар күсмә мейестәр ҙә етештергән.

Бөгөн окоп шәмдәре меңдән ашыу берәмек эшләп оҙатылған. Яҡын көндәрҙә яугирҙарға сираттағы партияны илтеү күҙаллана. Туймазы ирекмәндәре лә Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереүҙе мөһим бурыс итеп һанай.

Азат Ғәлиуллин