Стәрлетамаҡ районында быйыл тәүге зональ агроконференция уҙҙы

Сарала алдағы сәсеү кампанияһының тактикаһы һәм стратегияһы билдәләнде. Республикала 2 миллион 880 мең гектар сәсеүлек майҙанының 1 миллион 760 мең гектары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленәсәк.Ҡалған майҙандар техник, мал аҙығы һәм картуф сәсеү өсөн тәғәйенләнә. 2024 йылғы ялан миҙгеле илдең күп кенә төбәктәрендә ҡатмарлы буласаҡ тип билдәләй эксперттар. Шуға күрә яҙғы баҫыу эштәрен әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе бик ентекле планллаштырыу мөһим, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.