Республиканың иң ҙур инфраструктура проектының ғәмәлгә ашырылыуы Рәсәй күләмендә тарихи ваҡиға. Ваҡытында Борис Ельцин нигеҙ һалған объект өс тиҫтә йыл ваҡыт үткәндән һуң ниһайәт, сафҡа инде. Төҙөлөш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы алып барылды. Белгестәр билдәләүенсә, күләмле объект М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырып, Өфө урамдарынан транзит ағымдарын кәметергә мөмкинлек бирер тик көтөлә. Көнсығыш сығыу юлынан тәүгеләрҙән булып беҙҙең ижади төркөм дә үтте. Тарихи ваҡиға шаһиты Айнур Кәбиров репортажы.
Йөк автомобилдәренең үҙәкте өҙгөс тауышы был юлы ҡолаҡты иркәләгәндәй булды. Ни тиһәң дә ул утыҙ йылдан ашыу көтөлгән сигнал. Өфөнөң көнсығыш ҡапҡалары тотош ил өсөн мөһим объект. Ә бит туҡһанынсы йылдарҙа эшләүсе инженерҙар, төҙөүселәр тоннелдең ни тиклем ауыр , әммә бөгөнгө көн өсөн шул тиклем мөһим төҙөлөш булыуын аңлап та еткермәгәндер.
Һәм ниһайәт, тәүге техника тоннелгә инеп юғала. Саҡрмыдан ашыу ер аҫтында һәм улар Өфөнөң үҙәгенән ҡала ситенә барып та сыға. Транспорт сараһын юл дауамында күҙәтеп баралар. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, тоннелдең идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ярҙамға килә.
Көнсығыш сығыу юлы тоннел, Өфө йылғаһы аша күпер , эсакада һәм м5 трассаһына тиклем юлдан тора. Йәмғеһе 13 километрҙан ашыу арауыҡ . Һөҙөмтәлә Өфөнән федераль автомагистралгә тиклем ни бары биш минутта барып етергә мөмкин. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Көнсығыш сығыу юлы бер нисә мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Яңы ауылдар барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алып үткәүелдәр ҙә ҡалдырылған. Шулай уҡ баҡса йорттарына ла юлдар бар. Трасса буйында йәшәгән халыҡтың тыныслығын юл ситендә урынлаштырылған экрандар тәьмин итәсәк.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашыу һәм ул башлыса концессия ярҙамында башҡарылды. Шуға күрә юл кәм тигәндә 25 йыл түләүле буласаҡ. Хаҡтар башҡа ошондай объекттар менән сағыштырғанда байтаҡҡа арзан. Еңел автомобилдәр өсөн көндөҙ 100, төндә 20 һум. Йөк автомобилдәре водителдәренә 250 , ә төнгө сәғәттәрҙә 50 һум түләргә тура киләсәк.
Айнур Кәбиров